Радий Хәбиров бөгөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бүләкләү тантанаһы башҡаланың «Арт-квадрат» ижади майҙансығында үтте.

Республика башлығы белдереүенсә, сараның тап ошо урында үтеүе осраҡлы түгел, сөнки Арт-квадрат тап мәҙәниәтте яратҡан кешеләр тарафынан булдырылған һәм ул башҡаланың йөҙөн билдәләй. Өфөнән ҙурыраҡ ҡалалар ҙа бындай майҙандары менән маҡтана алмай. Радий Хәбиров ижад кешеләренә арымай-талмай хеҙмәт итеүҙәре, кешелеккә көс, рух таратыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҙәниәт-тормоштоң нигеҙе, тап  әҙәби әҫәрҙәр, спектаклдәр, фильмдар үҙаллы изоляция осорон дә еңелерәк үткәрергә ярҙам итте. Кешеләрҙе батырлыҡ ҡылырға әйҙәне, тине Радий Фәрит улы.

Милли элементтар менән биҙәлгән кейемдәрҙең беҙҙең тормошҡа йылдам үтеп инеүе бөгөнгө сарала ла сағыла. Күптәр бүләкләү тантаһына үҙенсәлекле, сағыу костюмдарҙа килгән. Республика башлығы белдереүенсә, Башҡортостан үҙенең мәҙәни үҫеше, ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. Мәскәү тамашасыларын әсир иткән Зәйнетдин, йыр аша башҡорт телен пропагандалаған Элвин Грей, әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән Айгиз Баймөхәмәтов, донъя сәхнәләрен яулаған Ғәскәровсылар, иң юғары театр наградаһы «Алтын битлек»те алған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле һәм башҡалар. Һәр береһе тураһында айырым һөйләргә мөмкин. Дәүләт наградалары мәҙәниәт һағында тороусыларға лайыҡлы баһа. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, телевидение студияһы мөхәррире Зилә Дибаева ла бар, уға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме тапшырылды. Ошондай уҡ наградаға Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов та лайыҡ булды. Бик күп образдар тыуҙырырға тура килде, ә һуңғы йылдарҙа иң иҫтә ҡалғаны «Беренсе Республика» фильмында композитор Ғәзиз Әмөхәмәтов роле, ти ул.

Рәмзиә Кәримова.