Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә

Ошо көндәрҙә әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса флешмоб үтте. Уны шағирҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы һәм Мәжит Ғафури фонды ойошторған. Әле Ғафури әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, сәхнәләштереү, һүрәттәр төшөрөү буйынса конкурс бара, ти йорт-музей мөдире Ғәҙилә Бүләкова.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә

Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы Милли әҙәбиәт музейының филиалы һанала. Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға таратылған махсус беләҙектәр менән музейға бушлай инергә мөмкин.