Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров төбәктә сәйәси кампания барышына юғары баһа бирҙе. Республика Башлығы район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәренә тауыш биреүҙә һайлау участкаларында һаҡланыу сараларын теүәл үтәү кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкәртеп үтте.
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы ғәҙәти тәртиптә үтте. Быға тиклем ул онлайн режимда уҙғарылып килде. “Киләсәктә лә дистанцион форматты ҡулланасаҡмын, әммә кешеләрҙең күҙенә ҡарау һәм ысын хис-тойғоларҙы күреү мөһим”, тип билдәләгән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров. “COVID юҡҡа сыҡманы, һаҡланыу сараларын тулыһынса үтәү хаҡында оноторға ярамай”, тип өҫтәп ҡуйған республика етәксеһе.
#хабиров #оперативка #голосание #конституция





