Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге күҙәтелә. Был турала Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе.
Нефтекама халҡы ла Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Урындан Зилә Аҙнабаева һөйләй.
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса ваҡытынан алда тауыш биреү 25 июндә башланды һәм бөгөн тамамлана. Был коронавирус шарттарында кешеләрҙең бер юлы күпләп йыйылыуына юл ҡуймау өсөн эшләнде. Иртәгә иһә бөтә илдә Конституцияға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр буйынса дөйөм тауыш биреү көнө була. 1 июль ял тип иғлан ителде.





