Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә

Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вуздарҙа бюджет урыны ла күбәйтелде. Республикала юғары уҡыу йорттарына 20 июндән ҡабул итеү башланды. Документтар дистанцион рәүештә тапшырыла. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, һәр абитуриент өсөн шәхси кабинет ҡаралған. Ҡабул итеү комиссияһы вәкилдәре шуның аша документтарҙы тикшерә.

Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә
Фото №1 - Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә

Июлдә сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Абитуриенттарға имтихан һөҙөмтәләре менән сертификат алып килеү кәрәк түгел. Берҙәм электрон базала бөтә мәғлүмәт туплана.

Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына быйыл 1 мең 700-гә яҡын бюджет урыны бүленгән.

#бгпу #вуз #приемнаякампания

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ