“Өфө – йөрәк тибешем”

Популяр йырсы Дияна Ишниязова социаль селтәрҙә йыр конкурсы иғлан иткән. Ярышта ҡатнашыусылар уның баш ҡалабыҙға арналған йырын башҡарырға тейеш. Видеояҙмаларҙың башҡорт һәм рус телендә булыуы шарт.

“Еңеүсе менән дуэт башҡарабыҙ һәм ҙур концертта бергә сығыш яһаясаҡбыҙ. Был тамашаны коронавирус пандемияһы тамамланғас үткәреү ниәте бар”, тигән Дияна Ишниязова. Иң оҫта йырсыға шулай уҡ 1 мең һум аҡса тапшырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.

#ДиянаИшниязова #конкурсИшниязовой