Көндөҙгө сәғәт 12-гә уларҙың 76 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Бөгөн был турала республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова онлайн брифингта белдерҙе.
Марина Долматова тауыш биреүселәрҙең йәше тураһында ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
Республикала Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙә 3 мең 431 участка асылды.Өфөләге һайлау участкаларының береһендә тауыш биреү барышын хәбәрсебеҙ Урал Байбулатов күҙәтә.





