Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Конституция илебеҙҙең алдағы йылдарға үҫешен билдәләүсе мөһим документ булып тора тине ул.
Башҡортостанда тауыш бирергә хоҡуҡлыларҙың 91 процентҡа яҡыны участкаларға килде. Уларҙың 88 проценттан күберәге төп законға төҙәтмәләрҙе хуплауын белдерҙе, тине бөгөн онлайн-брифингта Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 99,9 процентын эшкәрткән. Халыҡтың 78 процентҡа яҡыны Конституцияға төҙәтмәләрҙе хуплауын белдергән. Электораттың 65 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.





