Башҡортостанда халыҡтың 88,68% Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш бирҙе

Һайлау участкалары 25 июндән алып эшләне. Һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән гражданлыҡ бурысын үтәй алды. Быйыл республикала өс меңдән ашыу участка асылды, уларҙың 435-е - Өфөлә. Баш ҡаланың Пушкин урамында урынлашҡан 185-се һайлау участкаһындағы һайлау барышы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һайлау участкаһы иртәнге сәғәт һигеҙҙә ишектәрен асып та өлгөрмәй, тауыш биреүселәр килә башлай. Гражданлыҡ бурысына бигерәк тә оло быуын  вәкилдәре яуаплы ҡарай, әммә йәштәр ҙә юҡ түгел. Артур Бикәнов әйтеүенсә, бөгөн беҙ лайыҡлы киләсәк өсөн тауыш бирәбеҙ. 

Быйылғы тауыш биреү ғәҙәти булмаған шарттарҙа үтә. Һайлау участкаһында хәүефһеҙлек талаптарына етди иғтибар бирелә. Ингән урында температура үлсәнә, битлек, бирсәткә, спиртланған салфетка һәм ручка бирелә. Бынан тыш тауыш биреүселәр араһында дистанция тотоу талабы ҡуйылған. Шулай уҡ сыҡҡан ваҡытта бактерияға ҡаршы шыйыҡса һәм "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашыу өсөн браслет таратыла.

185-се һайлау участкаһында меңдән ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә, уларҙың бер өлөшө гражданлыҡ бурысын алдан уҡ үтәгән дә инде.

Һайлау участкаһы ағзалары тауыш бирергә үҙәре килмә алмағандарҙың өөйҙәренә лә бара. Был мөмкинлек менән күп осраҡта оло быуын вәкилдәре , йә булһа сәләмәтлеге ҡаҡшағандар файҙалана.

Һайлау участкалары тауыш биреүселәрҙе киске һигеҙгә тиклем көтә һәм барһын да гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарарға, илдең килсәген битараф булмаҫҡа саҡыра. 

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡтың 88,68% Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш бирҙе

Р.Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ