Башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылыуға теүәл бер йыл

Зәки Вәлиди һәм Мәжит Ғафури урамдары киҫелешендә ҡуйылған бронза һын былтыр 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә асылды. Республика халҡы азатлыҡ йырсыһының исемен мәңгеләштереүҙе ҡыуанып ҡабул итте.

Кисә тарихи көн уңайынан шағирҙың туғандары йәнә һәйкәл алдына йыйылды. Улар Бабичтың шиғырҙарынан өҙөк һөйләп, постаментҡа сәскәләр һалды.

Азат Ғәлиуллин.