Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл 11 биләмәлә ремонт эштәре йылдам бара

Республикала ғәмәлгә ашырылған "Башҡорт ихаталары" программаһы сиктәрендә йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл 11 биләмәлә ремонт эштәре йылдам бара. Подрядсы ойошмалар объетты ремонтлағанда йортта йәшәүселәрҙең фекерен иҫәпкә алып башҡара. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Балалар майҙансығы бер ҡасан да буш тормай. Бында иртәнсәктән кискә тиклем сабыйҙарҙың шат тауыштары тынмай, ти урында йәшәүселәр. Екатерина Лобова ғаиләһе менән бер йыл элек Тыныслыҡ урамы 62-се йортҡа йәшәргә күсә. Фатир һайлағанда ихатаның төҙөк булыуына ла иғтибар итәләр. 2019 йылда күп ҡатлы йорт хужалары "Башҡорт ихаталары" программаһында ҡатнашып, биләмәлә уңайлы мөхит булдырырға ирешә.

Майҙансыҡ уңайлы итеп эшләнгән. Балам берәй ҡайҙа эләгеп йығылыр тип борсолмайым, тыныс уйнай, йүгерә, бәүелсәктә бәүелә. Өйгә лә ингеһе килмәй.

Екатерина Лобова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе

Программа күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Эштәрҙе башҡарғанда милекселәрҙең фекере иҫәпкә алына. Был ихатала иһә йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, сүп-сар контейнерҙары өсөн айырым урын бүленә. Шулай уҡ фатир хужалары ағас, сәскә ултыртып биләмәне биҙәй. Тәҙөкләндереү былтыр июндә башланһа, көҙгә ремонт эштәре тулыһынса тамамлана.

Парковка мәсьәләһен хәл итеү - иң мөһиме, тип белдерә урында йәшәүселәр. Күп урынды алып торған эйәһеҙ гараждар һүтелә. Хәҙер бында автомобиль ҡуйыу урындары барлыҡҡа килә, һыҙаттар һыҙыла, ихата биләмәһе кәртәләнә. Комплекслы ремонт сиктәрендә йорт подьездары ла тәртипкә килтерелә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында былтыр 18 ихата төҙөкләндерелеп файҙаланыуға тапшырыла.  Быйыл йәнә 11-ндә ремонт эштәре башҡарыу бурысы ҡуйылған.

Был ихатала эш яңыраҡ башланды. Әле юлға асфальт түшәйбеҙ. Балалар майҙансығы, кер киптереү урындары барлыҡҡа киләсәк, парковка киңәйтелә. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡорамалдары шылдырып ҡуйылды.

Константин Шахтарин, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге етәксеһе

Финанслауға килгәндә, дөйөм сумманың 94 проценты республика бюджетына һалына. Ҡалған өлөштө муниципаль берәмек һәм күп фатирлы йорт милекселәре ҡаплай. Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы республиканың барлыҡ ҡала-райондарында алып барыла. Барлығы 380 ихатаны үҙ эсенә алған 124 проект тормошҡа ашырыла.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл 11 биләмәлә ремонт эштәре йылдам бара
Башбат

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ