Беҙ өлкән быуыныбыҙҙың хеҙмәт ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ, тип яҙа Константин Толкачев. Өфө мэры Өлфәт Мостафин был почетлы исем бирелеүе тәү сиратта халҡыбыҙҙың ҡаҙаныштарын таныу тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Өфөгә "Хеҙмәт ҡаҙанышы ҡалаһы" тигән исем биреү өсөн 1 миллион 200 мең ҡултамға йыйылған.
Өлфәт Мостафин Өфө халҡын ҡотланы, тауыш биреүселәргә рәхмәт белдерҙе.





