Башҡортостан Башлығы хужалыҡтар эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән таныша, социаль объекттарҙы ҡарай һәм муниципалитеттарҙы үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алыша. Әхмәт ауылында Радий Хәбиров “Столыпино” агрокомплексында булды. Емеш-еләк хужалығында 150-нән ашыу сорт үрсетмә үҫтерелә.
Киләсәктә баҡсаны тергеҙеп агропарк булдырыу ниәте бар. Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙарға уңыштар теләне һәм дәүләт яғынан ярҙам саралары күрһәтергә вәғәҙәләне.
#хабиров #кушнаренко





