Рәсәй Дәүләт Думаһына 9 федераль ҡанун проекты ебәрелгән. “Беҙ закондар сығарыу өлкәһендә әүҙем эшләйбеҙ. Башҡа төбәктәрҙең парламенттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ”, тип белдерҙе беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. Ул көҙгө сессияға билдәләнгән пландар менән дә уртаҡлашты.
Рөстәм Ишмөхәмәтов балаларҙың һаулығы һәм именлегенә ҡағылышлы ҡанун проекты ҡаралыуы тураһында ла белдерҙе.
Республика парламентының көҙгө сессияһы сентябрҙә башлана.
#госсобраниерб #парламент





