Өфөлә яңы асылған “Бейеүсе торналар” һәйкәле шиғри кисәләр майҙансығына әүерелә

Әлеге минуттарҙа унда “Шиғриәт мөхите” сараһы башланып тора. Урында хәбәрсебеҙ Айбулат Сәсәнбаев эшләй. 

Өфөлә яңы асылған “Бейеүсе торналар” һәйкәле шиғри кисәләр майҙансығына әүерелә

Студия менән тура бәйләнештә хәбәрсебеҙ Айбулат Сәсәнбаев булды. Ул әлеге минуттарҙа “Бейеүсе торналар” һәйкәле янында үткән “Шиғриәт мөхите”сараһында ҡатнаша. “Бейеүсе торналар” һәйкәле 3 көн элек асылды. Ул Өфөләге Ҡала мәҙәниәте һарайы янында урынлашҡан.