Республиканың көньяҡ райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре бөгөн Йылайырҙа осрашты

Бында эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусылар ойошмалары вәкилдәре йыйын үткәрҙе. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған. Уның маҡсаты - башҡорт ауылдарының уңышын барлау, проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү, урындағы халыҡтың әүҙемлеген күтәреү, ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Заһир Ишкин.

Республиканың көньяҡ райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре бөгөн Йылайырҙа осрашты

Бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙансыҡ, ти Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

Республиканың көньяҡ райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре бөгөн Йылайырҙа осрашты

Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, бындай йыйындарҙы йышыраҡ уҙғарып торорға кәрәк.

Республиканың көньяҡ райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре бөгөн Йылайырҙа осрашты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә йыйындары дауам итә. Киләһе аҙнала Учалы районында ошондай осрашыу ҡаралған.