Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова журналистарҙы һәм киң мәғлүмәт сараларын бүләкләү тантанаһында белдерҙе. Партияның эшмәкәрлеген яҡтыртыуға арналған ижади бәйгегә 60-ҡа яҡын киң мәғлүмәт хеҙмәткәре эштәрен ебәргән.
Быйыл тәүге тапҡыр блогерҙар өсөн айырым номинация булдырылған. Былтыр йыл дауамында юғары һөнәри уңыштарға өлгәшкән иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Телевидение, радио хәбәрселәре, ваҡытлы баҫмаларҙа эшләүселәрҙең барыһын да бер маҡсат берләштерә – дөрөҫ мәғлүмәт еткереү. Сарала беҙҙең телеканал хеҙмәткәрҙәренең эше лә юғары баһаланды.
Әлфинә Килдейәрова.




