Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында йәш рәссамдарҙың шәхси күргәҙмәһе асылды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында үҙизоляция режимы йомшартылыу менән йәш рәссамдарҙың шәхси күргәҙмәһе асылды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡыған Мысыр егете Юсеф Мөхәммәт тамашасыларға ғәрәп стилендә ижад ителгән һүрәттәрен тәҡдим итте. Ҡытайҙа белем алған яҡташыбыҙ Анастасия Зубкова быға тиклем шәхси күргәҙмәһен Бөрө ҡалаһында ойошторған. Тәбиғәт, аттарға һөйөүен буяуҙар аша уртаҡлашҡан ҡыл ҡәләм оҫтаһына Республиканың рәссамдары союзы таныҡлығы тапшырылды.

Картиналарымды эскизһыҙ төшөрәм. Кешеләр менән аралашып йәки сәйәхәттәрҙә кисергән тәьҫораттарымды шунда уҡ акрил буяуҙар менән ҡағыҙға күсерәм. Шуға ла ижадым хис-тойғоларға бай булыуы менән айырыла.

Анастасия Зубкова, Технология университеты студенты

Флорида Ким.