Ишембай ҡалаһының үҙ амфитеатры буласаҡ

Мәҙәни үҙәк әле төҙөкләндереү эштәре алып барылған Ленин исемендәге майҙанда урын ала. Федераль программа сиктәрендә алып барылған проект хаҡы 120 миллион һумға баһалана. Әйткәндәй, Ленин исемендәге майҙан ҡаланың тарихи урыны булараҡ та билдәле. Шуға ла ул тәү атамаһын һаҡлап ҡаласаҡ.

Шулай уҡ, яңыртылған майҙанда исемле скверҙар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Улар араһында афған һуғышы ветерандарына арналғаны ла бар. Интеллектуаль уйындар өсөн махсус майҙансыҡтар эшләнәсәк. Ә инде яңыртылған объект октябрь урталарында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Фото №1 - Ишембай ҡалаһының үҙ амфитеатры буласаҡ

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ