Башҡортостанда быйыл мәҙәниәт өлкәһенә 1 миллиард 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Мәҫәлән, Илеш районы Ябалаҡ ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә, Сибайҙа филармония бинаһы яңыртып ҡорола, Стәрлетамаҡта мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында капиталь ремонт үткәрелә. Ике музыка мәктәбендә виртуаль концерт залдары булдырыла, шулай уҡ өс модель китапханаһы асыла, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан.