20 апрелдән 3 июлгә тиклем Башҡортостан биләмәһендә 33 урында урман янғыны сыҡҡан.
Уларҙың 29 халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәпле тоҡанған. Өс осраҡта ут йәшендән сыҡҡан. Йәмғеһе 291 гектарҙа урман зыян күргән. Башҡортостанда 22 июндән алып махсус яңғын хәүефһеҙлеге режимы индерелгән.
Рәсәй Гидрометүҙәге белгестәре көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуына бәйле, айырым төбәктәргә юғары янғын хәүефе янауы хаҡында иҫкәртә. Был Һамар, Ырымбур, шул иҫәптән Башҡортостанға ҡағыла. Алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһы 33 градусҡа тиклем күтәрелер тип күҙаллана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтеүе ихтимал. Иҫкәртеүҙе иҫәпкә алып, тәбиғәттә һаҡ булырға, усаҡ, ҡый үләндәрен үртәүҙән тыйылырға кәңәш ителә.




