Өфөнөң Рыбаков урамы йорттары газ менән тәьмин ителеүҙән туҡтай

Газ ҡасан килә? Фатир хужалары һыу йылытҡысы, электр плитәһе ярҙамында ашарға бешерергә мәжбүр. Зәңгәр яғыулыҡһыҙ интегеүселәр менән БСТ каналының ижади төркөмө лә осрашты. БСТ каналы хәбәрсебеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Бер камфаркалы электр плитәһендә бешеренеү ауырға тура килә. Ул оҙаҡ йылына һәм һыуына, тип зарлана ике бала әсәһе Наталья Хәмиҙуллина. Артыҡ нәмә бешереп булмай, йә аҙыҡ көйә, йә спиралдән насар еҫ сыға. Әммә был бәләкәй Артур менән Тимурҙы эҫе аш менән туҡландырырға берҙән-бер сара.

Газды уҙған йома иртәнсәк һүндерҙеләр. Ашарға бешерә алмай ултырҙыҡ. Эҫе һыу ҙа юҡ, сөнки беҙҙең йортта газ колонкаһы ҡуйылған. Ялға ауылға ҡайтып китергә тура килде, унан электр плитәһе алып килдек.

Наталья Хәмиҙуллина, Рыбаков урамының 13-сө «а» йортонда йәшәүсе

Фатир хужалары өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ булып сыға, сөнки газды һүндереү буйынса алдан хәбәр ителмәй. Был йорт 1953 йылда төҙөлгән, шул ваҡыттан алып электр линиялары алмаштырылмай. Зәңгәр яғыулыҡһыҙ ҡалған осорҙа электр селтәрҙәре көсөргәнеш аҫтында эшләй. Был хәүефһеҙлек ҡаҙиләренә тура килмәй, тип белдерә йортта йәшәүселәр.

Рыбаков урамының башҡа йорттары ла тәбиғи газһыҙ ҡала. 11-се һанлы йортта 12 ғаилә йәшәй, улар араһында балалар һәм оло йәштәгеләр бар. Ольга Степанова әйтеүенсә, белгестәр фатир хужалары менән килешеү төҙөргә килә. Был осраҡта яғыулыҡ системаһын тикшереү өсөн айырым түләүҙәр иҫәпләнәсәк. Урында йәшәүселәр бының менән килешмәй.

Беҙгә бер нәмә лә яҙылмаған протоколға ҡултамға ҡуйырға һоранылар. Юғиһә, газды һүндерәбеҙ, тинеләр. Газ өсөн ваҡытында түләп барабыҙ, бурысыбыҙ юҡ.

«Газпром-газ бүлеү» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, яғыулыҡ системаһын тикшереү подрядсы ойошма иңенә йөкмәтелә. Шуның өсөн граждандарҙан айырым түләүҙәр талап ителәсәк.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты бойороғо буйынса газды һүндерҙе. Сөнки был йорттарҙа яғыулыҡ системаһы норматив осорҙон оҙағыраҡ, 30 йылдан ашыу, ҡулланыла. Бинаның иҫке икәнен дә иҫәпкә алып өҫтәмә тикшереүҙәр үткәреүҙән баш тартмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ)

Радик Ноғоманов , «Газпром-газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең бүлек етәксеһе
Башбат

Электр плитәһе менән ашарға бешереү һәм һыу йылытып йыуыныу ҡасанға тиклем һуҙылыр әлегә билдәһеҙ ҡала. Йорт хужалары был мәсьәләнең яҡын арала хәл ителеүен һорай.

Фото №1 - Өфөнөң Рыбаков урамы йорттары газ менән тәьмин ителеүҙән туҡтай

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ