Бөгөн Башҡортостан Башлығы күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе
Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан Башлығы күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе

Республика етәксеһен нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыу өсөн тәғәйенләнгән “Батыр” станцияһы менән таныштырҙылар. Скважиналар һанлы технологиялар ярҙамында тикшерелә. Радий Хәбиров техника паркын ҡараны, уны юғары баһаланы. Вахта ысулы менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш һәм ял шарттары булдырылған. Төбәк етәксеһе коллективҡа яңы тикшереү ҡоролмаһы асҡыстарын тапшырҙы. “Предприятие үҙенсәлекле техникаға эйә. Инвестициялар буйынса яҡшы күрһәткестәр бар. Табышлы эшләйһегеҙ”, тине Радий Хәбиров.

“Беҙҙең башҡорт “Батыр”ы эшләгәндә ер һелкенеп тора. “Батыр” – сейсмологик станция. Ул республикала проектлана һәм етештерелә. Белгестәр Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡытыла. Йәнә ғорурланып яҙам – Башҡортостанда һәләтле кешеләр йәшәй”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ