Мәскәү Рәсәйҙең беренсе күләмле этномәҙәниәт онлайн ваҡиға үҙәгенә әйләнде

Бөйөк Еңеүҙең 75 һәм Татар АССР-ның йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған Мәскәү һабантуйында донъяның төрлө тарафтарынан теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Онлайн форматта үткән байрам хаҡында киләһе сюжетта.

Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итер өсөн әҙерлек ярты йыл элек башлана. Тик карантин байрамға үҙгәрештәр индерә. Шулай ҙа «Һәр йортта һабантуй!» девизы аҫтында уҙған байрам онлайн форматта һәр йортҡа барып етә.

Һабантуйға ғәҙәттә,  йөҙ меңдән ашыу кеше килә. Шуға күрә уны уҙғарыу йолаһын дауам итергә кәрәк. Байрамда Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, мәҙәниәтенә һөйөүе, миллилиге сағыла. Быйылғы байрамдың маҡсаты ла тап ошо.

Виталий Сучков, Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе

Һабантуйҙың онлайн үтеүе аудиторияны күп тапҡырҙар арттыра. Байрамға Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең төрлө төбәктәренән ҡушылалар.

Һанлы трансформация көндәлек тормошобоҙға, байрамдарға үтеп инде. Әлбиттә, был башҡаса ҡабатланмаҫ тәжрибә генә булып ҡалыр  тип ышанабыҙ.

Рөстәм Вилданов, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле рәйесе урынбаҫары

Яҙыусы Йәмил Мостафин  һабантуйҙың даими ҡунағы. Уға Башҡортостан башлығы  исеменән Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан иҫтәлекле тәңкә тапшырылды. Әйткәндәй, байрамға килә алмаусы ветерандарға ла иҫтәлекле наградалар әҙерләнгәйне.

Һәр ваҡыттағыса Башҡортостан сәнғәт әһелдәренең концерты һабантуйҙың төп биҙәгенә әүерелде. Яҡташтарыбыҙҙың сығышын онлайн байрамда миллиондан ашыу кеше ҡараны.

Көрәш, аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, балалар өсөн күңел асыу сараларын үҙ эсенә алған һабантуйҙы вируаль форматта уҙғарыу сәләмәтлеккә зыян килтермәй байрам ойоштороуҙың берҙән-бер мөмкинлеге. Сөнки йолаларҙы һаҡлап ҡына беҙ уны быуаттарҙан-быуаттарға тапшыра алабыҙ.

Рәйлә Күсемханова.