Яңы миҙгелгә тиклем күп ҡалманы

Тамашасылар һорауы буйынса Башҡортостан юлдаш телеканалында «Ете егет» проектының икенсе миҙгеле  башлана. Тапшырыу авторҙары уны июлдә үк Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе- Йылайыр районында төшөрә башлай.

«Ете егет» проектында ҡатнашыусылар яңы белем алыуҙан тыш, үҙ-ара ярыша. Беренсе миҙгелдә тауыш биреү һөҙөмтәһендә Салауат Хафизовҡа уңыш йылмая. Энергетик һөнәренә эйә булған Әбйәлил егете төрлө кәсептәрҙе лә оҫта үҙләштерә.

Еңеүсе башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнә. Быйыл проектта Ишембай, Ейәнсура, Белорет, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Учалы райондары һәм Өфө  егеттәре ҡатнашыуы көтөлә. Улар ғәҙәти булмаған шарттарҙа таһыллыҡ, көс-ғәйрәт, аҡылға һынау тота. Шулай уҡ улар халыҡ кәсептәрен үҙләштереп, етеҙлеккә һәм оҫталыҡҡа көс һынашасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова.