«Башҡортостан йөрәге» Ғафури районында буласаҡ

Хозур Еҙем йылғаһы буйында, Уҡлыҡая аҫтында  ошондай исем йөрөткән халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы асыу ҡарала. Был турала Республика башлығы Ғафури районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Радий Хәбиров төбәктә социаль һәм етештереү объекттарының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Эш сәфәре хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ташаҫты менән Иҫке Тайыш ауылы халҡына гараж  кәрәкмәй, уларҙың тимер аттары Еҙем буйында тора. Сөнки йылға аша үтеп булмай, автомобилдәр яр буйында тороп ҡала. Ә бына сумка-йөктәрҙе бәләкәй техника менән ташырға тура килә. Стәрлетамаҡтан туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Фәсхиевтарҙы ла ҡустылары һәр ваҡыт тимер арба менән ҡаршы ала. Ауыл халҡы әйтеүенсә, йөк ташыуҙан да ҙурыраҡ проблемалар бар.

Хужалар әйтеүенсә, ике ауылдың да киләсәге бар, ауылда төпләнгән йәштәр байтаҡ. Икенсенән, был яҡта туризмды үҫтереү мөмкинлеге ҙур.

Аҫылмалы күперҙе төҙөкләндереүҙең фәтеүәһе юҡ, белгестәр йылға аша  яңы күпер һалыу яғында. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Уҡлыҡая аҫтында туристар өсөн «Башҡортостан йөрәге» тип аталған кәсепселәр оҫтаханаһы ла барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан башлығы Родина ауылындағы  ҡошсолоҡ фабрикаһында ла булды. Бында әле 167 меңгә иҫәпләнгән ферма яңыртыла, һалынған инвестициялар күләме 140  миллион һумға яҡын. Етәкселәр әйтеүенсә, ташламалы кредит алыу менән бәйле проблемалар бар. Радий Хәбиров хужаларҙы инвестиция сәғәтенә саҡырҙы.

«Красноусол» балалар шифаханаһына ла ремонт талап ителә.  Пандемия арҡаһында апрелдән бирле ябыҡ торған учреждение июль башында балаларҙы ҡабул итә башлаған. Әле бында ял итеүселәр һаны 200-ҙән ашыу. Хужалар әйтеүенсә, шифаханала  заманса шарттар тыуҙырыу талап ителә, яңы корпустар төҙөү, киңәйтеү өсөн майҙан етерлек.

Ремонт талап ителгән тағы бер учреждение-Сәйетбаба амбулаторияһы, ул эргә-тирәләге 16 ауылды хеҙмәтләндерә. Радий Хәбиров ҡоролмалар, дарыуҙар тәьминәте менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар әйтеүенсә, барыһы ла етерлек, тик объектты төҙөкләндереү шарт.

Сәйетбаба ауылында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә урынлашҡан. Бында телде, милли-мәҙәни хазиналарҙы һаҡлау йәһәтенән күләмле саралар ойошторола, төрлө түңәрәктәр эшләй. Үҙәк урынлашҡан мәҙәниәт йорто быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһының  грантына ла лайыҡ булған, 4 миллион һумдан ашыу аҡсаны матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтеү күҙаллана.

Эш сәфәре барышында район әһәмиәтендәге юлдарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, эшҡыуарҙарға булышлыҡ күрһәтеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Республика башлығы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.

Фото №1 - «Башҡортостан йөрәге» Ғафури районында буласаҡ

Р. Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ