Рәсми һандарға ярашлы, төбәктә йыл башынан ғына йылға-күлдәрҙә 70-тән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Күп осраҡта бәләгә бәлиғ булмағандар һәм алкоголь ҡулланған граждандар тарый. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡотҡарыусылар, водолаздарҙың эше айырыуса эҫе көндәрҙә көсөргәнешле үтә. Йылға-күл буйындағы ялдың хәүефле икәнен яҡшы аңлай, әммә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял итеүселәр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Ағиҙел буйында ҡырағай пляждар халыҡ менән тулы.
Хәбәрсе.Ветеран водолаздар - игеҙәк Исакиндар илле йыл дауамында кешеләрҙе ҡотҡара. Улар республикала водолаз һөнәрен үҫтереүгә күп көс һала. 10 мең сәғәттән ашыу ғүмерен һыу аҫтында үткәргән туғандар бөгөн водолаздарға техник яҡтан эшләү еңелерәк тигән фекерҙә, әммә ҡоролмалар яңыртылыуы фажиғәләр статистикаһына йоғонто яһамай.
Белгестәр әйтеүенсә, уҙған быуатта ла, бөгөнгө көндәрҙә лә батып үлеүселәр категорияһы бер төрлө - атай-әсәйһеҙ һыу төшкән балалар йәки иҫерек өлкәндәр. Һыуҙа батыусыларҙың 95% -ты спиртлы эсемлектәр эҙемтәһе.
Йыл башынан ғына йылға-күл буйҙарында ял итеүсе 75 кешенең ғүмере өҙөлә. Был һандар уҙған йыл күрһәткестәренән бер нисә тапҡыр күберәк. Ошо көндәрҙә Бөрө районында Ағиҙел буйына тиҫтерҙәре менән килгән 14 йәшлек ҡыҙ батып үлә. Водолаздар уның кәүҙәһен ике тәүлек эҙләй. Ҡотҡарыусылар һыуҙа ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра, сөнки күп осраҡта улар фажиғә урынына килеп еткәндә һуң була.
Ф. Ким.




