Силәбе ҡалаһында стилләштерелгән башҡорт биҙәүестәре әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Үҙ белемдәре менән Ҡоншаҡ районынан Румиә Ырыҫмөхәмәтова уртаҡлашты. Селтәр эшләү серҙәренә өйрәнеү өсөн тиҫтәгә яҡын гүзәл зат килде. Әсәләр үҙҙәре менән балаларын да алғайны.

Ике-өс сәғәт эсендә матурлыҡҡа нигеҙ һалынды, сараға килеүселәрҙең һәр ҡайһыһы бисер, тәңкәләр менән биҙәлгән селтәрле булды.

Гөлназ Хәйбуллина.