Алғы һыҙыҡта

...Тәндең бер өлөшө лә асыҡ ҡалырға тейеш түгел, хатта аяҡ кейеме лә. Медицина хеҙмәткәре ҡыҙыл зонаға инер алдынан алҡа-балдаҡтарға тиклем сисеп, бирсәткәләрҙе ике ҡатлап кейә, йоҡа резина әйберҙең йыртылыу ихтималлығы ла бар. Махсус һаҡланыу комбинезоны аҫтынан иһә тән тын алһын, артыҡ тирләтмәһен өсөн трикотаж костюм кейелә. Ә бына күҙлектәр боҫланыуҙан ваҡытлыса көнкүреш шыйыҡсалары ҡотҡара.

Ә был ҡыҙыл зона. Әлбиттә, яңы инфекция госпитале башҡа дауаханаларҙан айырыла, объект үҙе лә, ҡоролмалар ҙа заманса. Әле генә асылған медицина учреждениеһы йөҙҙән ашыу пациентты ҡабул итеп өлгөргән дә инде, реанимациялар ғына буш. Әммә һүҙ коронавирус хаҡында барғанда хәлдең көнләп түгел, минутлап үҙгәреүе бар. Мәҙинә Мөзипова ла дауаханаға көтмәгәндә килеп эләгә, ул сирҙе бөҙрәхәнала эләктерҙем тип фаразлай. 56 йәшлек ҡатын табиптарға температураһы күтәрелеп, тын алыуы ауырлашҡас мөрәжәғәт итә. Әле ул үҙенән бигерәк тормош иптәше менән улы өсөн хафалана, ғаилә ағзалары анализ һөҙөмтәһен көтә.

Өлкән, урта быуын вәкилдәре, йәштәр, тәү ҡарамаҡҡа өрлөктәй ныҡ ир-егеттәр. Мәкерле сир береһен дә аямай, табиптар әйтеүенсә, хроник ауырыуҙар булғанда бигерәк тә хәүефле. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙә тота. Шуға бөтә препараттар ҙа һәр ваҡыт ҡул аҫтында, көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡҡанда ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн.

Һәр бер палатала хәүефһеҙлек сигналдары бар. Пациенттар үҙҙәрен насар тойған йәки медицина ярҙамы талап ителгән ваҡытта ошо кнопкаға баҫып медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырта ала. Бынан һәр карауат янында кислород станцияһына тоташтырыу приборы ҡуйылған.

Бында төп шарт – хәүефһеҙлек талаптарын үтәү һәм вирус таралыуға юл ҡуймау. Палаталарҙа тотонолған әйберҙәр шунда уҡ эшкәртелә, коридорға сығарылмай. Хатта аҙыҡ-түлек тә бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабала таратыла.

Бында палаталарҙың һәр береһенә коридорҙан ғына түгел, урам яҡлап та инергә мөмкин, йәғни яңы килтерелгән пациенттар  вирус таратып коридорҙар буйлап йөрөмәй. Табиптар тикшереүҙе урында ғына үткәрә.

Беҙҙең әле ҡыҙыл зонаға инеүгә бер сәғәт тә үтмәне йөрөүе ауыр була башланы, был костюмда тән тын алмай, тирләтә. Күҙлек тә боҫлана, асыҡ ҡына күреп булмай. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре ошо костюмдарҙа алты-ете сәғәт буйы йөрөй.

Ә был Республика клиник дауаханаһының реанимация бүлеге, пациенттар үпкәне яһалма елләтеү аппараты аша ғына тын ала. Күренеш нервыһы ҡаҡшағандар өсөн түгел. Финаз Йәнгиров яңыраҡ ҡына үлем менән йәшәү араһында булған. Хроник сирле уҙаман Ковид-19 инфекцияһының ауыр формаһын кисерә. Реанимациянан сығыу – тәүге еңеү, ти ул.

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан Лилиә Ибраһимова ла Өфөнөң 18-cе ҡала клиник дауаханаһында дауалау үтә. Уның үпкәһе 47 процентҡа зарарланған була. Бындай сирҙе бер кемгә лә күрһәтмәһен, яҡты донъя менә хушлашам тип уйланым, табиптар ярҙамы менән генә терелеп киләм, ти ул.

Әлбиттә, барлыҡ пациенттар ҙа ауыр хәлдә түгел. Коронавирус раҫланмаған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, ҡурайсы Азат Биксурин дауаханаға юғары температура менән килеп эләгә, бәхеткә күрә, сир ковид булмай сыға. Сәхнә оҫтаһы әле һауыҡҡан, буш ваҡытын спорт менән шөғөлләнеп уҙғара. Әммә ҡурайсы тәүҙә үҙе лә вирус эләктерҙем ахыры тип шөбһәләнә, сөнки йыш ҡына халыҡ араһына сығып йөрөргә тура килә.  

Ул арала тәүге сменаға таҙа зонаға сығырға ваҡыт. Әммә ингән ишектән түгел, икенсе яҡтан. Ярты көн эсендә шыбыр тиргә батҡан хеҙмәткәрҙәр тағы кейем алмаштырырға йүнәлә.

Бында кейемде дөрөҫ итеп кейеү генә түгел, сисеү ҙә шарт. Ҡабаланырға ярамай. Сөнки вирусты тап ошо мәлдә эләктерергә мөмкин.

Табиптар өсөн эш таҙа зонала ла дауам итә, улар медицина карталарын тултыра, артабанғы дауалау курсын билдәләй. Пациенттар өсөн генә түгел, аҡ халатлылар өсөн дә яңы сир йыһан серҙәрен үҙләштереү менән бер. Бер яҡтан таныш булмаған коронавирус менән көрәшеү, икенсе яҡтан дауахана шарттарында йәшәү, ғаиләң менән айырылышыу. Ҡайһыһы ҡатмарлыраҡ икәнен әйтеүе лә ауыр. Әммә аҡ халатлылар мәкерле ауырыуға ҡаршы торорлоҡ көс тапҡан, дауалау препаратары ла тикшереү үтә.

Коронавирус медицина системаһын һөнәри оҫталыҡҡа ғына түгел, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеккә лә һынаны. Башҡортостан 55 көн эсендә генә яңы инфекция клиникаһы төҙөп юғары әҙерлектә икәнен иҫбатланы. Был дауахана төрлө йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәшер өсөн тейешле ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Ә дежурҙан сыҡҡан медицина персоналы был ваҡытта ял итеү өсөн ятаҡҡа юллана, әлбиттә, бүлмәләрҙә уларҙы ҡаршы алыусы, көтөп тороусы яҡындары юҡ. Күңелде бары тик телефон бәйләнеше йылыта.

Әммә медицина хеҙмәткәрҙәре бирешмәй, улар һалдаттар һымаҡ һәр саҡ сафта, алғы һыҙыҡта. Аҡ халатлылар тап рухи көс, берҙәмлек менән мәкерле сирҙе лә, һағыныу тойғоһон да еңеп сығырына шикләнмәй.

Фото №1 - Алғы һыҙыҡта

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ