Башҡортостанда «Студент яҙы» фестивале быйыл онлайн үтә

Фестиваль программаһында йыр, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, мода күрһәтеү, журналистика, видео төшөрөү һәм үҙенсәлекле жанр номинациялары ҡаралған. Фестиваль һөҙөмтәләре 1 августа иғлан ителә. Еңеүселәр сентябрҙә Дондағы Ростов ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Студент яҙы” фестивалендә ҡатнаша ала.