Республиканың көньяҡ төбәк урмандарына ебәк күбәләге һөжүм итә

Ейәнсура районында ғына мәҫәлән, 50 мең гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән. Был төбәк урман фондының яртыһын тиерлек тәшкил итә. Шулай уҡ ҡоротҡос бөжәктәрҙең Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла һәм Туймазы райондарында ла таралыуы билдәле. Быға бәйле, Ейәнсурала июндә бер айға ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгәйне. Биологик ағыулау эштәре алып барылһа ла, ҡоротҡостар бөтмәй. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Умарталыҡҡа бал өс көндән ашыу килгәне юҡ. Быға эргә-тирәлә сәскәләрҙең булмауы сәбәпсе. Шуға ла ҡорттар ҙа эшһеҙ. Ейәнсура районының тәжрибәле умартасыһы Фуат Толомбаев быйыл йүкәләрҙән мул уңыш алырға өмөт итә. Әммә, төбәк урмандарын парһыҙ ебәк күбәләге баҫып алыуына бәйле, ниәт тормошҡа ашмай. Йүкәнең сәскә атҡан осоронда ҡорттар умарталыҡтан ары китә алмай. Был хәл күскә зыян килтереүе ихтимал.

Ә ата ебәк күбәләге ҡара-һорғолт төҫтә. Бөгөн уларҙың осҡаны бик үк күренмәһә лә, эшләгән эше күҙгә ташлана. Урман ҡоро ботаҡҡа урман. Был күренешкә ҡарап яҙ, йә көҙ еткәндер тип әйтер ине берәү. Быға ҡыштың йылы килеүе, ҡар ҡатламының ҡалынлығына бәйле ағас төптәрендә ҡоротҡостар яҡшы ҡышлауы булышлыҡ иткән. Урман япраҡланғас та төбәктә биологик ағыулау эше уҙғарыла, тик ҡоротҡостар тулыһынса бөтмәй. Шулай ҙа башҡа биләмәләргә таралыуға юл ҡуймай.

Парһыҙ ебәк күбәләге Ейәнсура урман фондының яртыһына тиерлек зыян килтергән. Әйткәндәй, был төбәктә теркәлгән тәүге осраҡ түгел. Ошондай уҡ күренеш бынан ете йыл элек райондың Ырымбур өлкәһе сигендә күҙәтелгән. Ул саҡта химик ағылау эше алып барылған. Әммә, был тәжрибә тотош тереклек донъяһын ҡырыуға килтерҙе. Шуға ла быйыл биологик ағыу ҡулланылған. Финанс ярҙамға ҡарап, шул уҡ күләмдә урман майҙаны эшкәртелгән.

Яңы биләмәгә күсеү ихтималлығы ла юғары. Ошоно күҙ уңында тотоп, урман хужалығы белгестәре көҙ күбәләк ҡунған урындарҙы билдәләйәсәк. Киләһе йыл ҡайҙа, ниндәй майҙанда ағыулау эштәрен уҙғарыу өсөн. Әгәр инде ҡыш үҙ хакимлығында инһә, ебәк күбәләктәренең һыуыҡҡа бирешеүе бар. Ғөмүмән, тәбиғәт ҡоротҡостарға ҡаршы үҙе лә көрәш алып бара төҫлө. Парһыҙ ебәк күбәләгенә бирешмәй бөгөн ағастар ҡабат бөрө ярырға әҙерләнә.

Фото №1 - Республиканың көньяҡ төбәк урмандарына ебәк күбәләге һөжүм итә

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ