Ғәҙәттән тыш хәл Булгаков – Бекетов автомобиль юлының 4-се километрында була. Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең шәхси блогында хәбәр итеүенсә, 9-се модель «ВАЗ» автомобиле билдәһеҙ сәбәп менән трассанан ситкә сығып оса. Водитель дә, уның ике пассажиры ла һәләк булған. Тикшереүҙәр барышында уларҙың 16-17 йәшлек үҫмерҙәр булыуы асыҡланған. Көн дауамында фажиғә урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләне.
Бөгөн иртән Дәүләкән районында теркәлгән ваҡиға ла Асылыкүл буйында ял итеүселәрҙе хәүефләнергә мәжбүр итте. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояманан күренеүенсә, тауға менеп барған «SKODA Fabia» ярты юлда туҡтап ҡала. 59 йәшлек ир салондан сыҡҡан арала транспорт сараһы аҫҡа табан тәгәрәй башлай. Бәхеткә күрә, яр буйындағы туристар ҡасыпөлгөрә. Водителһеҙ автомобиль артабан парковкаға ҡалдырылған «Форд»ҡабәрелә.




