Ғафури уҡыуҙары тамам

Бөгөн баш ҡалала «Беҙ  Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл ул эпидемиологик шарттарҙы иҫәпкә алып, флеш-моб рәүешендә уҙғарылды. Шуға ҡарамаҫтан, ижади бәйгенең бәҫе кәмемәне. Киреһенсә, интернет киңлектәргә сығыу уның географияһын киңәйтте генә, ти ойоштороусылар.

Башҡортостан райондары, Санкт-Петербург, Симферополь,Македония, Эстония һәм Ҡытай. Ғафури ижадын һөйөүселәр тотош ер шарына һибелгән. Уларҙы бер сара берләштерә. Йыл да уҙғарылған «Беҙ Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» конкурсы. Бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын һөйөүселәр хәҙер егерме йылдан ашыу ошо ижади майҙансыҡта осраша.

Интернет киңлектәренә сығыу менән флеш-мобта ҡушылыусылар  тағы ла артҡан ғына. Быға тиклем башлыса өлкәндәр ҡатнашһа, быйыл йәштәр, балалар ҙа әүҙемләшкән. Социаль селтәргә ете йәштән алып 85  тиклем йөҙәрләгән кеше Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡып видеояҙма һалған. Башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигына оло һөйөү ошолай сағыла, ти сараны ойоштороусылар.

Еңеүселәрҙе асыҡлау ҙа ауыр булды, ти баһалама ағзалары. Призлы урындарҙы мөмкин тиклем күберәк билдәләргә тырышҡандар. Гран-при иһә халыҡ шағирының яҡташы, Красноусол ҡыҙы, 11 йәшлек Алһыу Ғәлимоваға тапшырылды.

Бергә тупланыу, күләмле уҙғарыу тыйылһа ла, сара яҡшы үтте һәм маҡсатына иреште, ти уны ойоштороусылар. Был ниндәйҙер кимәлдә оло байрамға әҙерлек тә. Августа Башҡортостан Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы билдәләй.

А.Кәбиров.