Балалар ата-әсәләрҙең ҡарап еткермәүе арҡаһында һыуға батҡан.
Республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев аварияларға бәйле хәлдәр менән таныштырҙы. Үткән аҙнала республика юлдарында 87 авария булған - 107 кеше йәрәхәтләнгән, 15 кеше һәләк булған.
Республика башлығы Радий Хәбиров ике йүнәлеште лә даими иғтибар үҙәгендә тоторға һәм мөмкин булғанса күберәк кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға саҡырҙы.
Синоптиктар алдағы көндәрҙең дә эҫе тороуы тураһында белдерә. Ҡотҡарыусылар халыҡты һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыра.





