Благовар районында капиталь ремонттан һуң мәҙәни объекттар асылыуы көтөлә

Интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырылған заманса китапханала ижади түңәрәктәр, оҫтаханалар, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреү күҙаллана. «Мәҙәниәт « милли проекты сиктәрендә төбәктә 20 заманса китапхана асыласаҡ. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Ҡыштан алып буш торған кәштәләргә йәм өҫтәп меңәрләгән китап теҙелә. Рус һәм башҡорт классикаһы, уҡыу йыйынтыҡтары, матбуғат баҫмалары һәм һәр уҡыусының күңеленә хуш килгән әҙәби мираҫ өлгөләре. Капиталь ремонттан һуң Языков ауылы китапханаһын танырлыҡ булмаясаҡ тип ҡыуана учреждение хеҙмәткәрҙәре. Әле улар оҙаҡ йылдар тупланған район фонды китаптарын тәртипкә килтерә. Ошо көндәрҙә кәштәләргә өр-яңы баҫмалар ҙа өҫтәләсәк.

Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн китапханала оҫтаханалар ойоштороу ҡаралған. Китап уҡыуҙан тыш, бында малай-ҡыҙҙар өсөн түңәрәктәр асыу, шағир-яҙыусылар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үткәреү күҙаллана. Мәҙәни саралар интерактив ҡоролмаларға таянып ойоштороласаҡ.

Заманса китапханала төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсаты тора. Үҫмерҙәр өсөн Интернет, сабыйҙарға уйын майҙансығы, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн пандустар һәм башҡа йыһаздар ҡаралған.

Китапхананы төҙөкләндереү өсөн «Мәҙәниәт» проекты сиктәрендә 15 миллион һум аҡса бүленә. 2024 йылға тиклем республикала заманса 20 китапхана сафҡа инәсәк. Әткәндәй, районда ремонттан һуң тағы ла бер социаль объект асыла. «Мирный» ауылындағы мәҙәниәт йортонда реконструкция сиктәрендә спорт майҙансығы, балалар өсөн уйын һәм ял бүлмәһе төҙөлә.

Объект төҙөкләндереүен оҙаҡ йылдар көттөк. «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, ремонтҡа 6 млн һум аҡса бүленде. Төҙөкләндереүҙән тыш матди-техник база яңыртылды. Телевизор, видопроектор, мебель һатып алынды.

Вероника Ломанец, Благовар районы мәҙәниәт йорто етәксеһе

Мәҙәниәт йортонда тулыһынса йылытыу системаһы, электр линияһы яңыртыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙ уңында тотоп, өҫтәмә ишектәр асыла, тамашасылар залы ҙурайтыла. Бинала биҙәү эштәре тамамланғас та ауылда йырлы-моңло байрам үтер тип көтөлә.

Ф.Ким.