Башҡортостан башлығы төҙөлөш нормалары һәм регламенттары системаһын үҙгәртергә тәҡдим итә

Радий Хәбиров был турала бөгөн Өфөлә бизнесты яҡлауға арналған Бөтә Рәсәй форумында белдерҙе. 55 көн эсендә ҡалҡып сыҡҡан ковид госпиталь быға асыҡ миҫал. Әгәр бөтә процедураларҙы, административ талаптарҙы үтәгән булһаҡ әле саҡ проектлауға тотонор инек, был өлкәлә кардиналь үҙәрештәр индереү мотлаҡ, ғөмүмән, бизнесҡа күберәк ирек биреү мөһим, тине республика етәксеһе. Форумда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған башҡа проблемалар ҙа ҡаралды. Был сара сикләүҙәр тамамлағандан һуң Өфөлә ойошторолған икенсе күләмле форум, уның эшендә халыҡ-ара кимәлдәге билдәле эксперттар ҡатнаша. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Был Өфөлә төҙөләсәк яңы һөт заводының күсермәһе. Хужалар уны сафҡа индереү ниәте менән күптән яна. Әммә йылдар буйы ҡала эсендә бар талаптарға яуап биргән биләмә табылмай. Һәм мөғжизә тиһәң дә була. Инвестиция сәғәтендә проблеманы Радий Хәбировҡа бәйән иткәндән һуң күп тә үтмәй Өфө эсендә үк 6 гектар ярым майҙан килеп сыға. Хатта әле эшләп торған заводҡа асфальт юл да һалына, көнө-төнө һөт ташыған техника өсөн бик ҡулай.

Өфө һөт заводы бизнесҡа йөҙ менән боролоуҙың бер генә өлгөһө. Ә миҫалдарҙы тиҫтәләп, хатта йөҙләп килтерергә мөмкин. Республика кимәлендә инвестиция, райондарҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ойоштороу, һәр муниципаль берәмектә бизнес шерифтар эшләй башлауы, йылдам үҫеш биләмәләре, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы булдырыу, индустриаль парктар, коворкинг, бизнес үҙәктәр асыу. Улар барыһы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Башҡортостандың инвестиция климаты буйынса милли рейтингта быйыл тәүге тапҡыр 16-сы баҫҡыстан 9-сы урынға күтәрелеүе шуға асыҡ миҫал.

Тағы бер мөһим күрһәткес-административ баҫым индексы. Башҡортостан бер йыл эсендә генә 38-се урындан 11-гә тиклем күтәрелгән, был үҙ сиратында эшҡыуарҙарҙың тикшереү-күҙәтеү органдарыны мөрәжәғәттәре кәмегән тигәнде аңлата. Борис Титов билдәләүенсә, республикала власть менән бизнес ҡулға-ҡул тотоноп, килешеп, бер йүнәлештә эшләй.Ҡатмарлы пандемия шарттарына ҡарамаҫтан республикала үҙ эшен башлаусылар һаны арта. Шуға күрә форумдың да тап Өфөлә ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел.

Форум эшендә билдәле компаниялар етәкселәре лә, бизнесҡа яңы аяҡ баҫҡан эшҡыуарҙар ҙа, танылған эксперттар ҙа ҡатнаша. Һөйләшеү пленар ултырышта ла, түңәрәк өҫтәлдәр артында ла бара.

Коронавирус пандемияһы бизнесты оло һынау алдына ҡуйҙы. Әлбиттә иҡтисади ҡаршылыҡтарҙы дәүләт ярҙамынан башҡа еңеп сығыу мөмкин түгел. Башҡортостан үҙ эшҡыуарҙарын яңғыҙ ҡалдырманы, ярҙам пакеттары ҡаралған. Пандемия системаға яңынан ҡараш ташлау мөмкинлеге лә бирҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бизнесты үҫтереү, йәнләндереү өсөн ҡайһы бер норма-регламенттарҙы ла үҙгәртеү мотлаҡ. Мәҫәлән, төҙөлөш өлкәһендә. Сөнки күп ваҡыт төп эшкә түгел, рөхсәт документтары юллауға китә. Рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән яңы ковид госпитале быға асыҡ миҫал. Административ талаптарҙы урап үтеү уны республикаға иң кәрәкле мәлдә асырға булышлыҡ итте, әле медицина учреждениеһында 300-ләп пациент дауалана.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы төҙөлөш нормалары һәм регламенттары системаһын үҙгәртергә тәҡдим итә

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ