Ихаталарҙы төҙөкләндереү «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә бара. Эш комплекслы рәүештә ойошторолған, юлдарға яңы асфальт ҡатламы түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, уйын, спорт зоналары төҙөлә, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыла. Ишембай ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренә, финанслауҙың төп өлөшө, йәғни ремонтҡа тотонолған аҡсаның 94 проценты республика бюджетынан бүленә.
Муниципаль берәмек иҫәбенә ни бары 4 процент ҡына тура килә, ә бына сығымдарҙың бер өлөшө күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән йыйылған. Үҙгәрештәрҙе өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки ремонттан һуң йорт ихатаһы спорт менән шөғөлләнеү, сәләмтлекте нығытыу, ял итеү өсөн йәйен дә, ҡышын да уңайлы буласаҡ.
Азат Ғәлиуллин.




