Башҡортостанда белгестәр һыуға батып үлеүселәр һаны артыуға борсолоу белдерә

Һуңғы аҙнала ғына республикала йылға-күлдәрҙә 40 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Сибай ҡалаһы эргәһендәге Төйәләҫ йылғаһы буйында ла ике фажиғә теркәлә, һыуға батып 70 йәшлек ҡатын һәләк була, ә 15 йәшлек үҫмер ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн әле табиптар көрәшә.

Рейд күрһәтеүенсә, һыуға батыу осраҡтары кешеләрҙең хәүефһеҙлек талаптарын һанға һуҡмауына бәйле. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү, ял иткәндә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, балларҙың яңғыҙын ҡалдырыу һәм башҡалар. Белгестәр халыҡҡа үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа, иғтибарлы булырға саҡыра. Ял күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн тәү сиратта махсус пляждарҙа ғына һыу инеү мөһим, шулай уҡ алкоголле эсемлектәр менән дә мауыҡмау шарт. Сөнки әлеге эҫе көндәрҙә хәүеф икеләтә арта.

Фото №1 - Башҡортостанда белгестәр һыуға батып үлеүселәр һаны артыуға борсолоу белдерә

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ