Белорет ҡалаһы янында урман яна

Белорет ҡалаһы янында урман яна
Фото №1 - Белорет ҡалаһы янында урман яна

Ут менән көрәшкә 26 берәмек техника, етмештән ашыу кеше йәлеп ителгән. Уттан зыян күреүселәр юҡ, янғын контролдә тотола, тип белдерәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

Уҙған көн Бөрйәндә лә ҡарағайлыҡҡа ут тоҡана. Янғын  Ғәлиәкбәр ауылынан 10  километр ерҙә теркәлә. Тәбиғәт ҡазаһының сәбәбе – ағас олонон йәшен атыу. 2 гектар майҙанды ялмап алған янғынды ун ике сәғәт буйы һүндерәләр. 

Ишембай районы биләмәһендәге Маҡар урман хужалығына ҡараған майҙандарҙа ла  янғын сығыу осраҡтары йышайған. Һуңғы арала ғына ике осраҡ теркәлгән. Хужалыҡ белгестәре эҫе көндәрҙә урман-яландарҙа мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра. Ойошма вәкиле Ғәли Мусин.

Белорет ҡалаһы янында урман яна
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ