Башҡортостанда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырылыуы ихтимал

Ултырышта ауыл йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт белгестәрен матди дәртләндереү мәсьәләһе күтәрелде. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса 1 миллион һум түләргә тәҡдим ителә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты төбәк кураторы Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, яңы программа республикала кадрҙар ҡытлығы мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостанда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырылыуы ихтимал

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын 6 йыл дауамында тормошҡа ашырырға тәҡдим итәләр. Бының өсөн 8 миллиард һум бүленеүе ихтимал.