Белорет районында теркәлгән урман янғынына кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе

Был турала Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итте. Белорет ҡалаһы эргәһендә ылыҫлы ағастарға ут ҡабыу осрағы бөгөн көндөҙгө сәғәттәрҙә теркәлде.

Уны һүндереүгә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ирекле янғын һүндереү командаһы көстәре йәлеп ителгән. Урындағы халыҡҡа ҡурҡыныс янамай, зыян күреүселәр юҡ. Был республикалағы өсөнсө ғәҙәттән тыш хәл. Бығаса Йылайыр һәм Бөрйән районы урмандары янғайны.

Фото №1 - Белорет районында теркәлгән урман янғынына кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ