Ул күп кенә социаль объекттар эргәһендә урынлашҡан. Биләмә балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, сквер, йәйәүлеләр һуҡмағын, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаларын үҙ эсенә алған.
Паркты Балтастар үҙҙәренсә хәүефһеҙлек утрауы тип йөрөтә. Сөнки ул автомобилдәр хәрәкәте, көслө тауыш һәм туҙандан ситтә, беренсе мәктәп менән үҙәк мәсет араһында урынлашҡан. Уға төрлө яҡлап өс ишектән инергә мөмкин. Балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында уйын майҙансыҡтары өсөн махсус материал һатып алынған. Әлеге ваҡытта биләмәгә асфальт һалынып, парк тирәләй ағастар ултыртылған. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр тротуар плиткаһын һалыу менән мәшғүл.
Ял паркын реконстукциялау эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бының өсөн бюджеттан 7 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Заманса яңыртылған парк Балтас районының 90 йыллығына арнап төҙөлә. Подрядсы ойошма эштәрҙе август урталарында тулыһынса тамамларға иҫәп тота.
Илдар Байбулатов.




