Уҙған төндә Өфөлә «Volkswagen» автомобиле менән «Yamaha» мотоциклы бәрелешкән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Уренгойҙа йәшәүсе 34 йәшлек иномарка водителе Цюрупанан Чернышевский урамына боролған ваҡытта ҡаршыһына ике тәгәрмәсле транспорт килеп сыҡҡан.

Көслө һуғылыуҙан һуң мотоциклға ут ҡапҡан. Уның 26 йәшлек водителе дауаханала һәләк булған. Мотоциклға идара итеүсенең водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған. Әле авария сәбәптәре тикшерелә. Өфөлә генә бер аҙна эсендә байкерҙарға бәйле был дүртенсе юл-транспорт ваҡиғаһы.

Фото №1 - Уҙған төндә Өфөлә «Volkswagen» автомобиле менән «Yamaha» мотоциклы бәрелешкән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ