Башҡортостандың халыҡ артисы, исеме бөтә донъяға билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов яңы һөнәр үҙләштерә

Әле “Ҙур балет” тамашаһының был миҙгелдәге программаларын төшөрәләр, быйыл ул 4-се тапҡыр үтә. Проектта 8 пар ҡатнаша. Башҡортостан данын унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Алиса Алексеева менән Айрат Мәсәғүтов яҡлай.