Ҡалтасы районындағы шәхси йорттарҙың береһендә газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә 48 йәшлек ҡатын зыян күргән. Уның кәүҙәһенең яртыһы тиерлек бешкән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Буралы ауылының Чапаев урамындағы өйҙә 50 литрлы газ баллоны һаҡланған булған. Бер ҡатлы ағас йорт янмаған, әммә конструкциялар һәм түшәм емерелгән, 4 тәҙрә селпәрә килгән. Ауыр йәрәхәттәр алған хужабикә шунда уҡ дауахананың хирургия бүлегенә оҙатылған. Урында тикшереү һәм газ хеҙмәттәре эшләй.




