Ихатала уҙған быуат хәтирәләре

Туймазы районында йәшәүсе Раян Баһауетдинов балыҡсылыҡ, ағас эшенә арналған әйберҙәрҙе тергеҙеп, тарихи-мәҙәни үҙәк асты.

Ҡандракүл ауылында йәшәгән уҙаман үҙ ҡулдары менән бина төҙөп, 200-ҙән ашыу экспонат урынлаштыра. Бала саҡтан балыҡсылыҡ кәсебе менән ҡыҙыҡһынғанға экспозициялар араһында ат ялынан үрелгән ҡармаҡ ҡылдары, ауҙар һәм таштарҙан эшләнгән батырғыстар урын алған. Ҡулайламаларҙың күбеһе төрлө хәтирәләргә таянып тергеҙелгән. Шулай уҡ музейҙа көнкүреш әйберҙәре, йорт кәрәк-яраҡтары, уҙған быуатта ҡулланылған төрлө ҡорамалдар, антиквариат, иҫтәлекле әйберҙәр тупланған. Үҙәктә – Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың фотоһүрәттәре стенды менән дә танышырға мөмкин.

Музейҙы экспонаттар менән тупларға ауылдаштары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары ярҙам итә. Киләсәктә уҙаман үҙ белгәнен йәш быуынға еткерергә теләй, ағас эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштормаҡсы. «Ҡыҙыл балыҡсы» музейын асыу тантанаһын урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көткән. Экпонаттарҙы күрергә теләге булған һәр кем килә ала. Тарихи үҙәк Ҡандракүлгә яҡын урынлашҡан, шуға күрә  ҡайһы бер әйберҙәр яр буйына ла теҙеләсәк. 

Әлфинә Килдейәрова.