Өфөлә 300-гә яҡын бина һәм һәйкәл туристик исемлеккә индерелә

Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ баш ҡала хакимиәтенә тәҡдим ебәргән. Унда Өфөләге 300 объектты Рәсәй халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте әһәмиәтле һәйкәлдәре исемлегенә индереү күрһәтелгән. Араларында Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, Лаптев йорто бар.

Бындай урындар ҡалаға килгән туристарға күрһәтергә тәҡдим ителә. 

#башкультнаследие #уфа