“Миңә йыш ҡына коллегаларыма хуплау һүҙҙәренә һаран булыуым тураһында әйтәләр. Бәлки шулайҙыр ҙа, ләкин мин ғәҙел булырға тырышам. Бөгөн рухыма яҡын булған кешеләр, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең дәғүәләренә яуап биреүсе “Инцидент-менеджмент” командаһына рәхмәт белдерәһем килә. Улар, башлыса, йәштәр, эштәре лә еңелдән түгел, сөнки граждандар менән аралашыуҙа обьектив талаптар ята. тап ошо команда беҙҙең ҡайһы тирәлә эшләп бөтөрмәгәнлегебеҙҙе билдәләргә ярҙам итә. Бөгөнгө кәңәшмәлә улар ағымдағы йылдың 6 ай һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ялыуҙар һанының күпкә кәмеүе билдәләнде. Был беҙҙең эштең дөрөҫ алып барылыуы, аҙым һайын күптән килгән проблемаларҙы хәл итә барыуыбыҙ тураһында һөйләй. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, шуға ла беҙгә алға ынтылыу маҡсаты бар,-тип яҙа республика етәксеһе.





