Ҡурсаулыҡ ирекмәндәр ярҙамына мохтаж

Бөрйән районы Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында янғын уҙған тәүлектә һүндерелһә лә, төтөн быҫҡыуын дауам итә. Уттың яңынан тоҡаныу ихтималлығы бар. Башҡортостандың урман хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала янғын хәүефе осоронда 600-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән районынан БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллинрепортажы.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Бындай күләмдәге янғын Бөрйән районында һуңғы йылдарҙа күҙәтелгәне юҡ. Төбәктең бер, йә икенсе осонда ут тоҡана. Һарғая ауылы эргәһендә һүндерелгән янғынға мәҫәлән, тәбиғәт факторы сәбәпсе булыуын билдәләй белгестәр. Ут ҡоро йәшендең ағасҡа атыуынан сыҡҡан. Фотоларҙа ла ул асыҡ күренә.

Бер-береһен күрмәгән-белмәгән кешеләр Бөрйән районына ағылды. Бөгөн улар турист түгел, ирекмән булараҡ ҡатнаша. Кемдер һыу, икенселәре көрәк ярҙамында утты һүндерә. Ҡоро үлән, ылыҫлы ағас булғанға күрә, ҡыҙыл әтәс сигенергә теләмәй. Янғын телдәре күренмәһә лә, мүк аҫтынан тоҡанып майҙан һанын киңәйтә.

Һыу менән генә фәтүә булмағас, ут үҙе ярҙамға килә. Янғынға ҡапма-ҡаршы ебәреү өсөн ул урманға махсус рәүештә төртөлдө. Был осраҡта яңылышырға ярамай. Юғиһә, ҡыҙыл әтәс ҡамауында ҡалыуың бар. Шуға ла ел йүнәлеше иҫәпкә алынып эш ителә.

Янғында күпме кейектең ҡырылыуы тураһында әлегә аныҡ мәғлүмәт юҡ. Юғалтыуҙарҙы белгестәргә ут һүндерелгәс кенә асылырға тура киләсәк.

Башҡорт ҡурсаулығындағы янғынға бәйле Бөрйән районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә ҡала. Утты һүндереүҙә күмәк ҡул көсө талап ителә. Ирекмәндәр бөгөн дә кәрәк.

Фото №1 - Ҡурсаулыҡ ирекмәндәр ярҙамына мохтаж

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ