Уҙған аҙнала Әбйәлил районы урман биләмәһендә лә туғыҙ янғын сығыу осрағы теркәлгән

Бөгөнгә уларҙың тик алтауһы ғына һүндерелгән. Әле төбәктеңҠолоҡас, Тирмән ауылдарына яҡын урманһәм тау битләүҙәре яна. Урындағы халыҡ янғынды ауыҙлауҙа кемдер техника, икенселәр ҡул көсө менән төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Әммә, көндәрҙең эҫе тороуынан бигерәк, көслө ел сығыуы уттың таралыуына булышлыҡ итә.

Белгестәр янғындың төп сәбәптәренең береһе булараҡ ҡоро йәшендең ҡотороуында күрә.Һыу менән генә һүндереү мөмкин булмағас, утҡа ҡаршы ут төртөү сараһы ҡулланылды.

Фото №1 - Уҙған аҙнала Әбйәлил районы урман биләмәһендә лә туғыҙ янғын сығыу осрағы теркәлгән

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ